Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола26.10.2026

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

26-31 октябрҙә Өфөлә баш ҡала хакимиәтенең элекке етәксеһе Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә арналған хоккей турниры үткәрелә.

Ярыштарҙа Өфө һәм Саҡмағош районы хакимиәттәренең һәүәҫкәр хоккей командалары, Шулай уҡ «УАП «Гидравлика» акционерҙар йәмғиәте һәм «Газпром Өфө» хоккей командаһы коллективтары ҡатнаша.

Ярымфинал этабы уйындары «Астра» спорт комплексы майҙансығында (Ростов урамы, 16), ә финал уйындары Башҡортостан Республикаһының Өлфәт Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге боҙонда (Менделеев урамы, 158/4) уҙғарыла. Тамашасылар өсөн инеү бушлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өлфәт Мостафин 2020 йылдың 29 октябрендә мәкерле сирҙән донъя ҡуйҙы. 

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

6+

Фото: Өфө хакимиәте | МАКС


Вернуться назад