Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне23.10.2026

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

 Красноярскиҙа XIV «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында Башҡортостан делегацияһы РФ спорт министры, Рәсәйҙең Олимпия комитеты рәйесе Михаил Дегтярёвтың рәхмәте менән билдәләнде. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, награда республикала көслө спортсылар араһында Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы ярыштарын уңышлы үткәргән өсөн тапшырылған.

Уҙған ике көндә республикабыҙ делегаттары бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе, бер нисә панель дискуссияларҙа һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты. Руслан Хәбибов «Көслөләр ваҡыты» сессияһында сығыш яһаны. Спортты үҫтереүҙә һәм чемпиондар тәрбиәләүҙә тренерҙың роле сығыштың төп темаһы булды.

«Бөгөн форумдың һуңғы көнө. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко етәкселегендә форумдың пленар ултырышында һәм бер нисә эшлекле сессияла һәм ҡатнашырға ниәтләйбеҙ», — тине Руслан Хәбибов.



Вернуться назад