Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты19.10.2026

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙа уҙған халыҡ-ара турнирҙа ике алтын һәм дүрт бронза миҙал яуланы. Ярыштар Советтар Союзы Геройы Виктор Ливенцев иҫтәлегенә бағышланды.

БР Бокс федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса, Данис Ғабдрафиҡов (65 килограмға тиклем) һәм Бекхан Исраилов (90+ килограмм) турнир еңеүселәре исеменә лайыҡ булды. Данил Дамбаев (60 килограмға тиклем), Данила Романов (80 килограмға тиклем), Артем Фәтихов (85 килограмға тиклем) һәм Денислам Абҡадиров (85 килограмға тиклем) бронза миҙал алды. Команданың тренеры – Федерацияның генераль директоры Мария Карабанова

Бынан алдараҡ Өфө гандболсылары Рәсәй Кубогында еңеүгә өлгәшкәйне.



Вернуться назад