Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде19.10.2026

«Башинформ» журналистары талантлы боксер осрашты.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» агентлығы

Тәү ҡарашҡа тыйнаҡ, тыныс күренгән егетте бик күп титуллы боксер тип әйтмәҫһең дә. Сығышы Учалы районының Ҡорама ауылынан булған Вилдан Минасов бөгөн Рәсәй спортында йондоҙ булып балҡый. Ул — илдең спорт мастеры, WBC версияһы буйынса Азия чемпионы.

Һуңғы RCC Boxing Promotions үткәргән халыҡ-ара турнирҙа Вилдан өс еңеү (икеһен нокаут менән) яулап, Бөтә донъя боксерҙар ассоциацияһының версияһы буйынса планетаның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде.

Оло еңеүҙән һуң танылған спортсы менән «Башинформ» журналистары осрашты. Иғтибарығыҙға интервьюның тизерын тәҡдим итәбеҙ, әңгәмәне тулыһынса тиҙҙән беҙҙең сайтта уҡығыҙ.



Вернуться назад