Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды

Башҡортостанда Өфөләге Бокс прогресы үҙәге һәм Теннис академияһы төҙөү буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырылды. Тейешле бойороҡҡа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Документҡа ярашлы, төркөмдөң составы раҫланған. Унда республика хөкүмәте, Өфө мэрияһы етәкселәре, Инфраструктура һәм социаль проекттар фонды һәм Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы вәкилдәре ингән.
Бойороҡ ҡул ҡуйылған көндән үҙ көсөнә инә.
Быға тиклем Андрей Назаров Бокс прогресы үҙәген проектлау тамамланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.