Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы06.10.2026

4 октябрҙә Тулала Бөтә донъя хәрби самбо федерацияһы кубогына (WCSF) халыҡ-ара турнир үтте. Башҡортостандан Октябрьский ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайының «Юнармия йорто» тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны.

Фото: Алексей Пальчинский | Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы

Октябрьский мэры Алексей Пальчинский хәбәр итеүенсә, чемпион билбауын Ратмир Солтанбеков яуланы, икенсе урынды Ярослав Афанасьев алды. Шулай уҡ дүртенсе урынға лайыҡ булған Матвей Наймушин лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте.

Йәш самбистар Айҙар Фәйезов етәкселегендә шөғөлләнә.

Бынан алда Башҡортостан хоккейсылары Волга буйы федераль округының төбәк-ара турнирында еңеү яуланы.



Вернуться назад