Республика көнөндә Өфөлә ат сабыштары ойошторола.

10 октябрҙә Өфөлә Республика көнөнә ҡарата «Аҡбуҙат» ипподромында ат спорты ярыштары үткәрелә. Башҡортостан Башлығы призын уйнатыу көндөң төп ваҡиғаһы булмаҡсы.
Ат сабыштарынан тыш, ҡунаҡтарҙы бай программа көтә: башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары, халыҡ һөнәрселәренең оҫталыҡ дәрестәре, республика ҡымыҙсыларынан тәбиғи ҡымыҙ һәм милли аш-һыу йәрминкәһе.
Беренсе ярыш көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
6+