«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай

Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы үҙ боҙонда Новосибирскиҙың «Себер»ен ҡабул итә. Матч урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-лә башлана (6+).
Бер ай уйнағандан һуң «юлаевсылар» составында юғалтыуҙар бар — форвард Джек Родуолд, һөжүм итеүселәр Артем Горшков һәм Глеб Кузьмин «лазаретта» ҡала. Шулай уҡ үткән матчта форвард Егор Сучков йәрәхәт алды.
Уҙған миҙгелдең статистикаһына ҡарағанда, «Салауат Юлаев» новосибирскиҙарҙы өс тапҡыр еңде, «Себер» үҙ майҙанында бер матчта ғына еңеү яуланы. Шуға күрә күп кенә аналитиктар «Салауат Юлаев»ты уйындың фавориты тип иҫәпләй. Сочиҙа еңелгәндән һуң «юлаевсыларға» чемпионатта ышаныслы старт өсөн еңеү генә кәрәк.
6+