«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды

«Салауат Юлаев» хоккей клубы 2026-2027 Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионатының өсөнсө аҙнаһы йомғаҡтары буйынса лига көсө индексында икенсе урынды алды.
Көс индексында тәүге баҫҡыста – «Металлург», өсөнсөлә иһә Санкт-Петербургтың СКА командаһы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат Юлаев» сит майҙанда ике еңеү яуланы. 26 сентябрҙә Мәскәүҙә өфөләр урындағы «Динамо»ны еңде (3:1), ә 28 сентябрҙә Түбәнге Новгородта «Торпедо»ны 3:0 иҫәбе менән ҡыйратты.
Хәҙер «Салауат Юлаев» КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһында өсөнсө урынды биләй.