Финалда Юлия Чумгалакова Украина спортсыһы Анна Охотаны еңде.

Параллель зачетта Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы боксер Юлия Чумгалакова өс тапҡыр Европа чемпионы булды. Был хаҡта Рәсәйҙең Бокс федерацияһы хәбәр итте.
Финалда 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 28 йәшлек Чумгалакова украин спортсыһы Анна Охота менән осрашты. Алыш Юлияның ышаныслы еңеүе (5:0) менән тамамланды.
Рәсәйҙең йыйылма командаһы өсөн был алтын миҙал Европа чемпионатында беренсеһе булды. Чумгалакова өсөнсө тапҡыр Европа чемпионатында еңеү яуланы. Әйткәндәй, 2019 һәм 2024 йылдарҙа ла ул континенталь беренселек чемпионы исеменә лайыҡ булды.
Рәсәй командаһы ярыштарҙа милли флаг һәм гимн менән сығыш яһай.