Өфөнән Максим Аптыкаев йәйге биатлон буйынса Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы24.09.2026

Башҡортостанда йәйге биатлон буйынса ил беренселеге бара.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Спорт министрлығы

Өфөнән Максим Аптыкаев йәйге биатлон буйынса Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы. Йәш спортсы ярыштарҙың беренсе көнөндә Өфөлә 12,5 километрға уҙышта еңеүсе булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Башҡортостан вәкиле Смоленск өлкәһенән дәғүәсеһе Владислав Ольховиковты 38 секундҡа уҙып китте. Өсөнсө урында – Сыуаш Республикаһынан Артем Вершинин.

Ил беренселегендә Рәсәйҙең 35 төбәгенән 146 егет ҡатнаша. Турнир 29 сентябрҙә тамамлана.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Стәрлетамаҡ гимнасткаһы Олимпиадала Рәсәй исеменән сығыш яһай.



Вернуться назад