Башҡортостандан боксер ҡыҙ Европа чемпионаты финалына сыҡты24.09.2026

Башҡортостандан боксер ҡыҙ Европа чемпионаты финалына сыҡты

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Яҡташыбыҙ Азалия Әминева ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Европа чемпионаты финалына сыҡты. Был хаҡта БР хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Ярымфиналда Азалия йәштәр араһында өс тапҡыр Европа чемпионы исемен яулаған Элида Кочарянды (Әрмәнстан) еңде. Финал алышында яҡташыбыҙ 11 тапҡыр Венгрия чемпионы Анна Лука Хамори менән осраша.

Турнир Халыҡ-ара бокс федерацияһы эгидаһы аҫтында Болгарияның София ҡалаһында бара, рәсәйҙәр ярыштарҙа милли символика менән сығыш яһай.



Вернуться назад