«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына ҡаршы уйнай

«Салауат Юлаев» бөгөн Өфөлә Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына ҡаршы Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты матчын уҙғара. Уйын Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана (6+).
Өфөләр үҙ боҙонда «Аҡ Барыҫ»тан еңелгәндән һуң (3:4) аҙаҡ «Нефтехимик»ты (2:0) һәм «Спартак»ты (3:1) еңде. Өфө командаһы Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында дүртенсе урынды биләй.
«Металлург» ете матчта биш еңеү яуланы. Әлеге ваҡытта Көнсығыш конференцияһында беренсе урында килә.