Яҡташыбыҙ Азалия Әминева бокс буйынса Европа чемпионатының ярымфиналына сыҡты23.09.2026

Яҡташыбыҙ Азалия Әминева бокс буйынса Европа чемпионатының ярымфиналына сыҡты

Фото: видеонан скриншот | Руслан Хәбибовтың МАХ каналы

Азалия Әминева ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Европа чемпионатының ярымфиналына сыҡты. Был хаҡта хөкүмәт вице-премьеры – республиканың спорт министры Руслан Хәбибов МАХ каналында хәбәр итте.

Турнирҙың 1/4 өлөшөндә Азалия Хорватия вәкиле Сара Берамды еңде.

Киләһендә яҡташыбыҙ 23 йәшкә тиклем йәштәр араһында өс тапҡыр Европа чемпионы Элида Кочарянға (Әрмәнстан) ҡаршы алышҡа сыға.

Софияла турнир 25 сентябргә тиклем бара. Рәсәйҙең йыйылма командаһы флаг һәм гимн менән сығыш яһай.




Вернуться назад