Өфө ҡыҙы һуҡырҙар араһында самбо буйынса Донъя кубогында алтын миҙал яуланы21.09.2026

Өфө ҡыҙы һуҡырҙар араһында самбо буйынса Донъя кубогында алтын миҙал яуланы

Фото: видеонан скриншот «Матч | Боец» телеканалы

Өфөнән Алһыу Насирова Дүшәнбелә һуҡырҙар араһында самбо буйынса Донъя кубогында алтын миҙалға лайыҡ булды. Финалда 59 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында яҡташыбыҙ Ҡырғыҙстан вәкилен еңде, тип хәбәр итте Башҡортостандың вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов.

Башҡортостандан талантлы самбистар Венер Латипов, Алан Галуаев һәм Самат Хәйҙәров Рәсәйҙең йыйылма командаһына тағы өс бронза миҙал килтерҙе. Спортсыларыбыҙ ярышта милли флаг һәм гимн менән сығыш яһаны, шулай уҡ турнирҙа ҡатнашҡан 14 ил араһында миҙал зачетында еңеүсе булды.



Вернуться назад