«Салауат Юлаев» үҙ боҙондағы беренсе уйынын «Аҡ Барыҫ» менән үткәрә16.09.2026

«Салауат Юлаев» үҙ боҙондағы беренсе уйынын «Аҡ Барыҫ» менән үткәрә

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Салауат Юлаев» бөгөн, 16 сентябрҙә, үҙ майҙанындағы беренсе уйынын «Аҡ Барыҫ» менән үткәрә. «Йәшел дерби» Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана (6+).

Беренсе күсмә серия йомғаҡтары буйынса Өфө командаһы өс матчта 4 мәрәй йыйҙы, әле беҙҙекеләр «Көнсығыш» турнир таблицаһында 6-сы баҫҡыста тора. Ҡазандар 5 матчта 6 мәрәй менән икенсе урынды биләй. «Өфө-Арена»ла «Аҡ Барыҫ» менән «Салауат» уйындарына билеттар матчҡа тиклем бер нисә аҙна алдан уҡ һатыла башлай.





Вернуться назад