Башҡортостандан боксер ҡыҙ Азалия Әминева Европа чемпионатына юлланды

Башҡортостандан боксер ҡыҙ Азалия Әминева Европа чемпионатында ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең бокс буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составына инде. Турнир 15-26 сентябрҙә Болгарияла уҙа, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.
Азалия 66 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай. Илебеҙ командаһында бөтәһе 10 спортсы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабрендә Октябрьский ҡалаһының спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Азалия Әминева Өфөлә үткән Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы.