Башҡортостан спортсыһы Рәсәй флагын Европа пьедесталына ҡайтарҙы10.09.2026

Башҡортостан спортсыһы Рәсәй флагын Европа пьедесталына ҡайтарҙы

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың спорт министрлығы

Өфөнән Виктория Харичкова Европа пьедесталында Рәсәй флагын күтәрҙе – ул кадеттар араһында заманса бишалыш буйынса Европа беренселегенең көмөш призеры булды. Ярыштар Португалияла үтте.

Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эстафетала республикабыҙ вәкиле Виктория Харичкова һәм Мәскәү ҡыҙы Яна Коновалова икенсе урынды алды. Бишалыш менән шөғөлләнгән спортсыларыбыҙ сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылғандан һуң тәүге тапҡыр үҫмерҙәр араһында Европа чемпионатында ил флагы менән сығыш яһаны.



Вернуться назад