«Салауат Юлаев» миҙгелде еңеүҙән башланы

«Салауат Юлаев» миҙгелде еңеүҙән башланы. Тәүге уйында беҙҙекеләр «Северсталь» (3:2), ә икенсеһендә «Авангард» (4:0) командаларын ҡыйратты. Өсөнсө матчта өфөләр көсөргәнешле алышта «Барыҫ»тан еңелде (6:8).
Әгәр уҙған миҙгелдә тәүге биш матчта «юлаевсылар» бер генә еңеү яулаһа, быйыл улар ышаныслы уйнай. Хәҙер «Салауат Юлаев» 4 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында өсөнсө урынды биләй. Лидерҙар иҫәбендә шулай уҡ Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ы ла бар, «юлаевсылар» уның менән 16 сентябрҙә Өфөлә осраша.
Әйткәндәй, «Салауат Юлаев» КХЛ-дан түләүҙәр буйынса бишенсе урынды алды.