Яҡташыбыҙ Роман Михалев полиатлон буйынса Донъя кубогында көмөш миҙал яуланы14.09.2026

Яҡташыбыҙ Роман Михалев полиатлон буйынса Донъя кубогында көмөш миҙал яуланы

Фото: Вилдан Ситдиҡов | Нуриман районы хакимиәте

Нуриман районынан Роман Михалев Ҡырғыҙстанда полиатлон буйынса Донъя кубогының 1-се этабында көмөш миҙал яуланы. Был хаҡта район башлығы Вилдан Ситдиҡов хәбәр итте.

Абруйлы халыҡ-ара ярыштарҙа Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Пакистан һәм Бангладеш атлеттары ҡатнашты. Роман Михалев өсбәйге буйынса турнирҙа финишҡа икенсе булып килде. Был дисциплинаға атыу, турникта күтәрелеү һәм 2 километрға йүгереү инә.

Роман Михалев Нуриман районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй.



Вернуться назад