«Салауат Юлаев»тың яңы миҙгелгә тренерҙар штабы билдәле булды29.07.2026

«Салауат Юлаев»тың яңы миҙгелгә тренерҙар штабы билдәле булды

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Салауат Юлаев»тың тренерҙар штабы икенсе йыл рәттән үҙгәрмәй. Өфө командаһының етәксеһе – Виктор Козлов, уның менән 2027 йылдың яҙына тиклем контракт төҙөлгән.

Клубтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тренерҙар штабында дүрт белгес бар. Һаҡсылар менән эш өсөн Николай Цулыгин яуап бирә. Дөйөм физик әҙерлек буйынса тренер – француз белгесе Адриан Вальво. Владимир Потапов баш тренерҙың ассистенты булып ҡала, ул шулай уҡ аҙсылыҡта уйнау өсөн яуаплы. Дмитрий Мезенцев ҡапҡасылар менән эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған миҙгелдә «Салауат Юлаев» Гагарин кубогының беренсе раундында Екатеринбургтың «Автомобилис»ын алты уйында еңде, әммә сирекфиналда «Локомотив»ҡа ҡаршы тора алманы.



Вернуться назад