Өфө йөҙөүсеһе – Рәсәй беренселегенең бронза призеры28.07.2026

Өфө йөҙөүсеһе – Рәсәй беренселегенең бронза призеры

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Спорт министрлығы

2026 йылдың 15-19 июлендә Өфөлә егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында йөҙөү буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың спорт йөҙөү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Виктория Ширяева турнирҙа бронза миҙал яуланы.

Виктория 14-15 йәшлек ҡыҙҙар араһында брасс менән 100 метрға йөҙөүҙә өсөнсө булып килде.

Башинформ Өфө ҡыҙы Виктория Ширяеваның йөҙөү буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында ике бронза миҙал яулауын хәбәр иткәйне.



Вернуться назад