Яҡташыбыҙ Ханчжоуҙа Донъя кубогында бронза призер булды
Белорет спортсыһы Матвей Потапов Ханчжоуҙа Донъя кубогының бронза призеры булды. Матвей бәләкәй калибрлы винтовканан атыуҙа өсөнсө урынды алды, тип хәбәр итә Башҡортостандың спорт министрлығы.
Башҡортостан спортсыһының еңеү мөмкинлеге ҙур ине, әммә хәл иткес мәлдә уға уңыш йылмайманы. Матвей Ҡытайҙан олимпия чемпионынан һәм Венгриянан күп тапҡыр донъя чемпионынан еңелде.
Матвей Потапов сығышы менән Белореттан. Рәсәйҙең спорт мастеры, халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе һәм призеры.