Мәскәүҙә Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красниковтың исемле йондоҙо асылды

Мәскәүҙең «Формула Х» сауҙа үҙәгендә боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы, Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красниковтың исемле йондоҙо «ҡабынды». Асыу тантанаһында Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Рәсәйҙең Мотоциклет спорты федерацияһы вәкилдәре, дуҫтары, коллегалары һәм билдәле мотоспортсылар ҡатнашты, улар араһында боҙҙа уҙыш буйынса 10 тапҡыр донъя чемпионы Александр Балашов, боҙҙа уҙыш буйынса Европа чемпионы һәм биш тапҡыр Рәсәй чемпионы Никита Богданов, боҙҙа команда ярыштарында донъя чемпионы һәм шоссе-ҡулса уҙышы буйынса күп тапҡыр СССР чемпионы Александр Московка, тип хәбәр иттеләр Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Николай Красников шәхси уҙыштарҙа һигеҙ тапҡыр, команда беренселектәрендә 12 тапҡыр донъя чемпионы исемен, күп тапҡыр Рәсәй кубогына ярыштарҙа еңеү яулаған.
2025 йылдың 16 июнендә юл фажиғәһендә мотоуҙышсының ғүмере өҙөлдө.
«Башинформ» яҙғанса, Ленин районында Николай Красников урамдары барлыҡҡа килеүе ихтимал.
