Башҡортостанда бокс буйынса тренер Алексей Евстигнеев вафат

Баймаҡ районында бокс буйынса тренер Алексей Евстигнеев арабыҙҙан китте. Ҡайғылы хәбәрҙе БР Бокс федерацияһынан хәбәр иттеләр.
Алексей Константинович бар ғүмерен боксҡа бағышланы. Талантлы тренер һәм остаз булды, бер нисә быуын спортсылар тәрбиәләне. Мәрхүм менән хушлашыу кисә Баймаҡ ҡалаһында үтте.
«Ул бер нисә быуын талантлы боксерҙар тәрбиәләне, уларға үҙенең белемен, тәжрибәһен тапшырҙы. Туғандары һәм яҡындары өсөн ул мәңгегә яратҡан ир, атай һәм олатай булып ҡаласаҡ», — тиелә Федерация белдереүендә.
Башинформ мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.