Башҡортостан уҡсыһы Нуриман Хәйруллин Рәсәй кубогында көмөш миҙал яуланы16.07.2026

Башҡортостан уҡсыһы Нуриман Хәйруллин Рәсәй кубогында көмөш миҙал яуланы

Фото: Нуриман Хәйруллин | Башҡортостандың Спорт министрлығы

Әбйәлил районы уҡсыһы Нуриман Хәйруллин һыбай уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогында көмөш миҙал яуланы. Башҡортостан уҡсыһының һоҡланғыс сығышы хаҡында республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Һыбай уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогы 10-12 июлдә Мәскәү өлкәһендә уҙҙы. Әбйәлилдән Нуриман Хәйруллин турнирҙың бөтә  маршруттарында ла сығыш яһаны һәм һәр береһендә призлы урындар яуланы. Яҡташыбыҙ «Рейд-2,3,3-90» маршрутында – икенсе, «Башня-90»да – өсөнсө һәм «Скирмиш»та өсөнсө урынды алды.

Ярышта Нуриман Хәйруллин Рәсәй кубогының көмөш миҙалына лайыҡ булды.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфө боксерының Астанала халыҡ-ара турнирҙа еңеүе хаҡында хәбәр иткәйне.





Вернуться назад