Өфөнөң элекке вице-мэры «Динамо-Урал»дың матбуғат хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде16.07.2026

Өфөнөң элекке вице-мэры «Динамо-Урал»дың матбуғат хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Башлығының элекке матбуғат секретары, Өфөнөң элекке вице-мэры Денис Ғәниев «Динамо-Урал» волейбол клубы генераль директорының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул клубтың медиа үҫеше, киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү һәм партнерҙар менән эш өсөн яуап бирә, тип хәбәр иттеләр волейбол клубының матбуғат хеҙмәтенән.

Денис Ғәниев хеҙмәт юлын Нефтекама радиостанцияларында башлай, һуңынан шәхси медиахолдинг менән етәксеһе була, ҡала советы депутаты итеп һайлана. Өфөлә «Вся Уфа» телеканалында алып барыусы булып эшләй. 2022 йылдың майында – Өфө хакимиәте башлығының киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү буйынса урынбаҫары, 2025 йылдың октябрендә республика Башлығының матбуғат секретары итеп тәғәйенләнә. Ете ай эшләгәндән һуң вазифаһын ҡалдырҙы.

 Һуңғы дүрт йылда Ғәниев «Динамо-Урал» волейбол клубының үҙ майҙанындағы уйындарында алып барыусы булып эшләне.



Вернуться назад