Башҡортостандан гимнаст ҡыҙ Полина Дмитриева Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы13.07.2026

Стәрлетамаҡтан 14 йәшлек гимнастка Полина Дмитриева спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй беренселегендә еңеүсе булды.

Фото: скрин | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһенең тура трансляцияһы

Башҡортостан вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, Полина конкурстан тыш күпбәйге финалында сығыш яһап, 54,999 балл йыйған.

Был уға Рәсәйҙең абсолют чемпионы Анна Калмыкованы уҙып китергә мөмкинлек биргән.

«Бындай һөҙөмтә беҙҙә булғаны юҡ ине. Тиҙҙән был спорт төрөндә тәүге олимпия миҙалы ла яуланыр тип өмөтләнәбеҙ», — тине спорт министры.

Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ошо көндәрҙә Өфөлә спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй уҡыусыларының XIII йәйге Спартакиадаһы финалы бара. Башҡортостандың Гимнастика үҙәгендә турнир өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Ярышта Рәсәйҙең 32 төбәгенән 134 йәш спортсы ҡатнаша. Йәш спортсыларҙы дәртләндереү өсөн Рәсәйҙең билдәле гимнасткаһы, 2020 йылда Токиола олимпия чемпионы исемен алған Лилиә Ахаимова  килде.



Вернуться назад