Өфөлә спорт гимнастикаһы буйынса уҡыусыларҙың Йәйге спартакиадаһының финалы башланды
Спорт гимнастикаһы буйынса турнирҙа Рәсәйҙең 32 төбәгенән 134 гимнаст ҡатнаша. Башҡортостан исеменән 5 спортсы сығыш яһай, тип хәбәр иттеләр республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Турнир программаһында – команда ярыштары, күпбәйге һәм айырым төрҙәрҙә финалдар. Иң яҡшы спортсылар Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһына инеү мөмкинлегенә эйә була.
Бынан алдараҡ Башҡортостандың иң көслө еңел атлеттары һәм командалары билдәләнде.