Башҡортостан көрәшсеһе – көрәш буйынса Донъя кубогы еңеүсеһе

Октябрьский ҡалаһының олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Евгений Зиязов көрәш буйынса Донъя кубогында еңеү яуланы. Был хаҡта ҡала мэры Алексей Пальчинский хәбәр итте.
2-4 июлдә Мәскәү һабантуйында көрәш буйынса Донъя кубогы уҙҙы. Бәйге 26 илдән 150-нән ашыу спортсыны берләштерҙе.
Евгений Зиязов – билбау көрәше буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Теүәл бер йыл элек Мәскәүҙә көрәш буйынса Донъя кубогында ул бронза миҙалға лайыҡ булғайны.