Өфөлә спорт журналистары форумы бара

Бөгөн, 2 июлдә, халыҡ-ара спорт журналистары көнө билдәләнә. Өфөлә төбәк киң мәғлүмәт сараларының төп спорт күҙәтеүселәре мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы хәл итеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм эш стратегияһын билдәләү өсөн «Спорт ҡәләме осонда: Евразия йөрәгенән ҡараш» форумына йыйылды. Сөнки быйыл Башҡортостан Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы ҡунаҡтарын ҡабул итә.
Форум республикала тәүге тапҡыр үткәрелә, унда киң мәғлүмәт саралары, профессиональ клубтарҙың матбуғат хеҙмәттәре, республиканың спорт федерациялары вәкилдәре ҡатнаша.
Башҡортостан вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, спорт журналистарының илдең мәғлүмәти көн тәртибен булдырыуҙа мөһим роль уйнауын билдәләне.
«Башҡортостан илдең алдынғы спорт төбәктәренең береһе булып тора. Һуңғы биш йылда төбәктә халыҡ-ара кимәлдәге бер нисә ҙур спорт объекты сафҡа индерелде. Меңәрләгән спорт майҙансығы төҙөй алабыҙ, әммә балалар, өлкән быуын ошо спорт майҙансыҡтарында шөғөлләнерме? Хәҙер бергәләп республика халҡын ошо объекттарға йәлеп итеү, халыҡҡа мәғлүмәт еткереүҙә ярҙам итеүегеҙ мөһим. Бөгөнгө осрашыу ошо йәһәттән тағы ла көслөрәк, тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә мөмкинлек бирер тип уйлайым», — тине Руслан Хәбибов.

Форумдың пленар һәм уҡыу-уҡытыу өлөшөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов модерациялай. Уҡыу программаһын «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Станислав Шахов, республиканың Идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Рәсәй Спорт көрәше федерацияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Тигран Аванян спорт өлкәһенең матбуғат хеҙмәттәре эшенең дөрөҫ алымдары тураһында һөйләне.
