Республика параатлеттары Рәсәй чемпионатында биш миҙал алды02.07.2026

Республика параатлеттары Рәсәй чемпионатында биш миҙал алды

Фото: Никита Майоров | Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан параатлеттары терәк-хәрәкәт итеү аппараты боҙолған спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионатында уңышлы сығыш яһаны. Республика спортсылары төрлө дисциплиналарҙа 5 миҙал яуланы.

Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ислам Күскилдин 800 метр арауыҡта көмөш миҙал яуланы һәм Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәне.

Рөстәм Ҡотлоәхмәтов 400 метр арауыҡта икенсе урынды алды. Алһыу Сәғетдинова ошо уҡ арауыҡта бронза призер булды.

Ярыштарҙың өсөнсө көнөндә йәнә ике бронза награда өҫтәлде. Мөхәммәт Алиев 200 метр арауыҡта өсөнсө урын яуланы, Леонид Трегубов һөңгө ташлауҙа бронза призер булды.

«Башинформ» Башҡортостан көрәшсеһе Илья Кандалиндың Европа беренселегендә сығыш яһаясағы тураһында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад