Баш ҡалала Көрәш һарайы Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының көрәш турнирын ҡабул итергә әҙерләнә
Өфөнөң Көрәш һарайы Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының спорт көрәше буйынса ярыштары өсөн төп майҙансыҡҡа әүерелә. Республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, турнир 7-12 сентябрҙә ойошторола.
Көрәш һарайы – майҙаны 28 000 квадрат метрлыҡ донъя кимәлендәге объект. Ул 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы асылды. Комплекс халыҡ-ара стандарттарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән һәм төрлө кимәлдәге турнирҙар үткәреү өсөн лицензия алған.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының 2028 йылғы Олимпия уйындарына һайлап алыу этабы булып тороуы хаҡында хәбәр иткәйне.