Башҡорт боксеры тай боксы буйынса донъя чемпионатында финалға сыҡты24.06.2026

Башҡорт боксеры тай боксы буйынса донъя чемпионатында финалға сыҡты

Фото: Рәсәйҙең тай боксы буйынса федерацияһы

Малайзияның баш ҡалаһы Куала-Лумпурҙа тай боксы буйынса донъя чемпионаты дауам итә. Дөйөм алғанда, миҙгелдең төп ярышында 114 илдән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.

Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән муай-тай буйынса Рәсәй чемпионы Зарина Исламова Сингапурҙан һәм Гонконгтан спортсыларҙы еңеп, турнирҙың финалына сыҡты. Ике алыш та ваҡытынан алда тамамланды.

 Тай боксы буйынса донъя чемпионатында Рәсәй данын 13 егет һәм 11 ҡыҙ яҡлай. Йәштәр араһында донъя чемпионатында 20 бала көс һынаша.

Быға тиклем Өфө гимнасткаһы София Илтерәкова Пекинда үткән Саҡырыу кубогында еңгәйне.



Вернуться назад