«Рәсәй – спорт державаһы» форумы Башҡортостандың спорт тормошон нисек үҙгәрткән?

Ике йыл элек Өфөлә тәүге тапҡыр «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы үтте. Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов был тарихи ваҡиғаның республиканың спорт тормошон нисек үҙгәртеүе, форум барышында асылған спорт объекттарының үҫеше хаҡында һөйләне.
Республика Башлығы Радий Хәбибов башланғысы менән Өфөлә өс ҙур спорт объекты төҙөлдө: Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишеү слаломы комплексы.
«Беҙ был эштең һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Бөгөн был спорт объекттарында меңләгән бала һәм спортсы шөғөлләнә, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар үткәрелә, Рәсәй йыйылма командалары өсөн күнекмәләр уҙғарыла. Был объекттар балаларға тыуған республикаһынан ситкә китмәйенсә үҫергә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн мөмкинлек бирә», — тине Хәбибов.
Июль аҙағынан башлап спорт объекттары йәнә илдең төп ярышын — иң көслө спортсылар араһында үткән Рәсәй халыҡтарының Спартакиадаһын ҡабул итәсәк. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары билдәләүенсә, был — республика ике йыл элек башҡарған эшкә иң юғары баһа. Форумдың мираҫы йәшәй, үҫешә, кешеләргә файҙа килтерә.
Өфө Көрәш һарайында нимә менән шөғөлләнергә мөмкин — «Башинформ» материалында уҡығыҙ.