Башҡортостанда Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының башланыу көнө билдәле булды
Быйыл июль аҙағында Башҡортостанда Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы башлана. Был хаҡта республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Республика үҙ тарихында тәүге тапҡыр Рәсәйҙең иң көслө спортсылары араһында Халыҡтар спартакиадаһын ҡабул итә. Ярыштар бер нисә учреждениеның биләмәһендә ойошторола һәм барыһы ла юғары кимәлдә үтһен өсөн бөтә шарттар булдырыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостанға, тәү сиратта, Рәсәйҙең Спорт министрлығы яғынан ҙур ышаныс күрһәтелде. Ышанысты аҡларбыҙ», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы ярыштарында Башҡортостандан 120-нән ашыу спортсы ҡатнаша. Улар 33 спорт төрөндә үҙ көсөн һынай. Республика бынан алда Спартакиада һөҙөмтәләрен яҡшыртырға һәм илдең олимпия йыйылма командаһын формалаштырыуға өлөш индерергә ниәтләй.
Бындай ярыштар Башҡортостан статусын Рәсәйҙең алдынғы спорт үҙәктәренең береһе булараҡ нығытырға мөмкинлек бирәсәк.