Һөжүмсе Вадим Шипачев «Салауат Юлаев» хоккей клубына күсә09.06.2026

Хоккейсы бер йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуясаҡ.

Фото: «Башинформ» | архив

Һөжүмсе Вадим Шипачев Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы формаһын кейәсәк. 31 майҙа 39 йәшлек форвардтың Минск «Динамо»һы менән килешеү ваҡыты сыҡты. Хоккейсы «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән бер йыллыҡ килешеү төҙөйәсәк, тип яҙа «Спорт-Экспресс».

Уйынсының эш хаҡы 30 миллион һум тәшкил итәсәк. Шулай уҡ мәрәйҙәр һаны өсөн 5 миллион һум күләмендә бонус ҡаралған. 2025/26 йылдар миҙгелендә Шипачев Континенталь хоккей лигаһының 72 матчында 47 (16+31) мәрәй йыйған.



Вернуться назад