Башҡортостан спортсылары велоспорт буйынса Рәсәй чемпионатында миҙалдар яуланы

Башҡортостан спортсылары терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында велоспорт буйынса Рәсәй чемпионатында еңеү менән ҡайтты. Ярыштар Ижевск ҡалаһында үтте. Беҙҙең команда иҫәбендә дүрт миҙал бар, тип хәбәр итә Спорт министрлығы.
Александр Давидович ваҡытҡа шәхси уҙышта (20 километр), шулай уҡ ир-егеттәр араһында 64 километрға төркөм уҙышында көмөш призер булды.
Елизавета Штырляева ла ике тапҡыр пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде. Яҡташыбыҙ ваҡытҡа шәхси уҙышта (20 километр) һәм ҡатын-ҡыҙҙары араһында 60 километрға төркөм уҙышында көмөш миҙал яуланы.