Өфөлә халыҡ-ара волейбол турниры үтеүе ихтимал29.05.2026

Өфөлә халыҡ-ара волейбол турниры үтеүе ихтимал

Фото: Руслан Хәбибовтың социаль селтәрҙәре | МАКС

Өфөлә Рәсәй, Куба, Иран һәм Беларусь Республикаһының йыйылма командалары араһында волейбол буйынса халыҡ-ара турнир үтеүе ихтимал. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры –  спорт министры Руслан Хәбибовтың Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһының генераль директоры урынбаҫары Михаил Подлозный һәм Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы президенты кәңәшсеһе Павел Гидулян менән осрашыуында ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Турнир быйыл августа Көрәш һарайында үтер тип көтөлә.

«Башҡортостанда спорт инфраструктураһы үҫешкән, халыҡ-ара ярыштар, шул иҫәптән 2018-2019 йылдарҙа Милләттәр лигаһы этаптарын ойоштороу тәжрибәһе бар. Яңы халыҡ-ара турнирҙы үткәреү беҙҙең төбәкте һәм илебеҙҙе йәнә халыҡ-ара аренала лайыҡлы күрһәтер», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Бынан алдараҡ Өфөнөң «Динамо-Урал» волейбол клубы Андрей Толочконы яңы баш тренер итеп тәғәйенләне.



Вернуться назад