Башҡортостанда 500 урынлыҡ спорт аренаһы асыласаҡ21.05.2026

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры «Ауырғазы-Арена» стадионы төҙөлөшөн тикшерҙе.

Фото: Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов | МАХ

Ауырғазы районының Талбазы ауылында «Ауырғазы-Арена» стадионы төҙөлөшө тамамланып килә. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов төҙөлөш барышын тикшерҙе.

Вице-премьер һүҙҙәренсә, спорт аренаһы заманса һәм күп функциялы буласаҡ. Унда яһалма япмалы футбол яланы, воркаут майҙансығы, йүгереү юлдары, баскетбол, пляж волейболы майҙансыҡтары, хоккей ҡумтаһы, 50-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән трибуна буласаҡ.

«Эштәр яҡшы бара. Объект төҙөлөп бөттө, тиергә лә мөмкин, тиҙҙән «Ауырғазы-Арена» район халҡы өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан 2025 йылда спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 20 төбәге иҫәбендә инде, тип яҙҙы «Башинформ».



Вернуться назад