Республикабыҙ гимнасткаһы халыҡ-ара турнирҙа алты алтын миҙал алды
Стәрлетамаҡ гимнасткаһы Полина Дмитриева Баҡыла уҙған спорт гимнастикаһы буйынса халыҡ-ара турнирҙа алты алтын миҙал яуланы. Был хаҡта ҡала хакимиәте хәбәр итә.
Рәсәйҙән, Үзбәкстандан һәм Азербайжандан йәш таланттар гимнастика буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Рәсәй командаһы үҙенең сығышы өсөн 27,250 балл йыйып, беренсе урынды алды. Стәрлетамаҡтың олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Полина Дмитриева турнир йондоҙҙарының береһе булды.
Полина абсолют беренселектә еңеү яуланы һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Айырым снарядтар буйынса финал ярыштарында йәш яҡташыбыҙ дүрт алтын миҙалды ла алды. Шулай итеп, ул командаға алты алтын миҙал килтерҙе.