64 йәшлек яҡташыбыҙ хәрби оҫталыҡ буйынса Рәсәй кубогында еңеү яуланы19.05.2026

64 йәшлек яҡташыбыҙ хәрби оҫталыҡ буйынса Рәсәй кубогында еңеү яуланы

Фото: «Башинформ» | Вил Ғабдуллин

Өфөнән 64 йәшлек Вил Ғабдуллин хәрби оҫталыҡ буйынса Рәсәй кубогында ике алтын миҙал яуланы. Был хаҡта Башҡортостан спорты ветераны «Башинформ» агентлығына үҙе хәбәр итте.

Спорт миксфайты һәм хәрби оҫталыҡ буйынса Рәсәй кубогы Әстрханда уҙҙы. Турнирҙа 480-дән ашыу спортсы көс һынашты. Спорт ветераны Вил Ғабдуллин ике дисциплинала (ҡаты һәм ирекле стилдә ҡорал менән алышыу) ҡатнашты. Ике категорияла ла ул ышаныслы еңеү яулап, хәрби оҫталыҡ буйынса 7 тапҡыр Рәсәй кубогы чемпионы булды.

«Хәҙер мине яңы саҡырыу көтә! Июлдә Каспийскиҙа үтәсәк спорт миксфайты буйынса донъя чемпионатына әҙерләнә башлайым», — тип пландары менән уртаҡлашты спорт ветераны.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы белешмәһе:

Вил Ғабдуллин – кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, алты тапҡыр Рәсәй чемпионы, дүрт тапҡыр Рәсәй кубогы еңеүсеһе, ете тапҡыр халыҡ-ара ярыштар чемпионы, ике тапҡыр Европа чемпионы. Шулай уҡ спортсы – ГТО илсеһе.




Вернуться назад