Юлаевсыларҙың тренеры миҙгелдең иң яҡшы өс тренеры иҫәбенә инде
«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Виктор Козлов быйылғы миҙгелдең «Иң яҡшы тренеры» призына тәҡдим ителде. Был турала лиганың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Тағы ла мәртәбәле призға дәғүә итеүселәр араһында Магнитогорск ҡалаһының «Металлург» клубынан Андрей Разин һәм Ҡазандың «Аҡ Барс»ынан Әнүәр Ғәтиәтуллин бар. Еңеүсе 2026 йылдың 28 майында миҙгелде ябыу тантанаһында иғлан ителә.
«Салауат Юлаев» командаһы Виктор Козлов етәкселеге аҫтында чемпионатты Көнсығыш конференцияһының бишенсе урынында тамамланы, плей-оффтың беренсе раундында 4:2 иҫәбе менән «Автомобилист»ты еңде.
Быға тиклем Өфө хоккейсыһы Семен Вязовой «Миҙгелдең иң яҡшы ҡапҡасыһы» призына тәҡдим ителгәйне.