«Салауат Юлаев» командаһы капитаны ғаиләһе бәпәй көтә14.05.2026

«Салауат Юлаев» командаһы капитаны ғаиләһе бәпәй көтә

Фото: Александра Панина | социаль селтәрҙәр

«Салауат Юлаев» командаһы капитаны Григорий Паниндың ғаиләһе йәнә бәпәй көтә. Был хаҡта хоккейсының ҡатыны Александра Панина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған һәм ире менән төшкән фотоһын һалған.

Әле Паниндар 2 йәшлек ҡыҙ тәрбиәләй. Шулай уҡ хоккейсының тәүге ике никахынан тыуған Марк һәм Платон исемле улдары бар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 40 йәшлек һаҡсы Григорий Паниндың «Салауат Юлаев» менән яңы контракт төҙөй.

 



Вернуться назад