Башҡортостанда ауыл тренерҙарына миллион һум түләнә13.05.2026

Башҡортостанда ауыл тренерҙарына миллион һум түләнә

Фото: Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов | социаль селтәрҙәр

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» федераль программаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был хаҡта республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың башланғысы буйынса Башҡортостанда әҙерләнгән һәм ғәмәлгә ашырылған «Ауыл тренеры» проекты «Земство тренеры» федераль программаһына нигеҙ булды. 2020 йылдан республиканың төрлө мөйөштәренән 200-ҙән ашыу остазға аҡсалата сертификат тапшырылды.

«Яңы федераль программа республика ярҙам саралары менән бер үк ваҡытта көсөндә була. Федераль программаның әле ғәмәлгә ашырылғандарҙан айырмаһы шунда: түләү алыусы уны тотоноу йүнәлешен үҙе билдәләй. Шулай уҡ ошо түләүҙе алыусылар исемлеге киңәйтелде», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Ғаризалар 2026 йылдың 29 майына тиклем ҡабул ителә.


 

 




Вернуться назад