Башҡортостан йөҙөүселәре Парижда донъя серияһы этабында еңеү яуланы05.05.2026

Башҡортостан йөҙөүселәре Парижда донъя серияһы этабында еңеү яуланы

Фото: Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов | социаль селтәрҙәр

27 апрелдән 4 майға тиклем Парижда йөҙөү буйынса ярыштарҙың донъя серияһы этабы уҙҙы. Турнирҙа Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһы 12 миҙал алды, шуларҙың алтауһын Башҡортостан спортсылары яуланы, тип хәбәр итте республика вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов.

Өфөнән Эмиль Сәлимгәрәев ирекле стиль менән 100 метрға йөҙөүҙә еңеүсе булды. Шулай уҡ ул брасс менән 100 метрға, арҡаға ятып 100 метрға һәм 200 метрға комплекслы йөҙөүҙә бер юлы өс көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Стәрлетамаҡтан Виталий Цыбрюк ирекле стиль менән 50 метрға йөҙөүҙә – алтын, ә баттерфляй менән 100 метр арауыҡта бронза миҙалға лайыҡ булды.

«Егеттәр Рәсәй флагы аҫтында сығыш яһаны һәм илебеҙ гимны көйө аҫтында миҙалдар менән бүләкләнде. Эмиль Сәлимгәрәев — беҙҙең Адаптив спорт үҙәге тәрбиәләнеүсеһе, уның тренеры — Сергей Викторович Трухачев, ә Виталий Цыбрюк — Стәрлетамаҡтың 2-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.



Вернуться назад