Яҡташыбыҙ «Ырымбур ярым марафоны»нда еңеүсе булды

Өфө ҡыҙы Алёна Стрельникова уҙған ял көндәрендә «Ырымбур ярым марафоны»нда еңеү яуланы. Башҡортостан вәкиле 10 саҡрымға йүгереүҙә иң етеҙе тип танылды, тип хәбәр итә «Ырымбур Медиа».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙышта Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау һәм республиканың башҡа ҡалаларынан 20 йүгереүсе ҡатнашты.
Иң күп йүгереүселәр – 3 һәм 10 саҡрымлыҡ арауыҡта (700-гә яҡын һәм 800 ҡатнашыусы), 290 спортсы ярым марафон дистанцияһына сыҡты. Балалар уҙышына 600 бала йәлеп ителһә, ә шыуышып йөрөүҙә 50 бала ҡатнашты.