Башҡортостан хөкүмәте «Салауат Юлаевҡа» өҫтәмә финанс ярҙамы йүнәлтәсәк

Башҡортостан «Салауат Юлаев» хоккей клубын финанслауҙы арттырасаҡ. Был турала клубтың генераль директоры Ринат Бәширов миҙгел йомғаҡтары буйынса үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.
«Беҙ күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашып, киләһе миҙгел тураһында фекер алыштыҡ. Төбәк хөкүмәте клубҡа ярҙамды арттырасаҡ. Норматив документ әҙер инде. Миҙгелде яҡшы кәйеф һәм яҡты ышаныс менән тамамлайбыҙ. Әлбиттә, әлеге ваҡытта клубтың бер аҙ бурыстары бар. Уларҙы ҡайтарыу өсөн команданың ныҡлы нигеҙе бар. Беҙ артабан да яңы уйынсылар һатып аласаҡбыҙ һәм составты нығытыу буйынса эшләйәсәкбеҙ», — тип билдәләне Ринат Бәширов, «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына яуап биреп.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат Юлаев» быйылғы чемпионатты бишенсе урында тамамланы һәм плей-оффтың беренсе раундында Екатеринбургтың «Автомобилисын» 4:2 иҫәбенә тар-мар итте. Сирекфиналда уйынсылар күпләп йәрәхәт алыуы арҡаһында команда Гагарин Кубогының әлеге чемпионы — ярославлдең «Локомотив» командаһынан еңелеп ярыштан төшөп ҡалды.