Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккейсыларын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында сираттағы еңеүе өсөн бүләкләне
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогында еңеү яулауы менән ҡотланы. Республика етәксеһе Өфө уйынсыларының, тренерҙарының уңышын билдәләп, дәүләт наградаларын тапшырҙы.
«Ағиҙел»дең өлкән тренеры Валерий Дәүләтшин һәм тренер Сергей Трудаков Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Хоккейсылар Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Уйынсылар Радий Хәбировҡа һәм республика етәкселегенә спортҡа иғтибарлы мөнәсәбәте һәм спортсыларға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Афарин, ҡыҙҙар! Был беҙҙең өсөн лайыҡлы һәм бик мөһим еңеү», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала «Ағиҙел» хоккейсылары финал серияһының дүртенсе матчында Мәскәү өлкәһе Воскресенк ҡалаһының «Торнадо» командаһын еңде һәм етенсе тапҡыр Рәсәй чемпиондары булды, алтынсы тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы.