Өфөнән Алһыу Насирова һуҡырҙар араһында самбо буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа тәүге Рәсәй чемпионы булды.

Башҡортостан самбосылары һуҡырҙар спорты буйынса Донъя кубогынан еңеү менән ҡайтты. Турнир Ереванда үтте, тип хәбәр итә республиканың Спорт министрлығы.
Беҙҙең йыйылма команда ике алтын һәм бер бронза миҙалға лайыҡ булды. Алһыу Насирова һәм Артем Меркулов – Донъя кубогын, Венер Латипов бронза миҙал яуланы.
Әйткәндәй, Алһыу Насирова һуҡырҙар араһында самбо буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа беренсе Рәсәй чемпионы булды. Спортсы һүҙҙәренсә, күреү һәләте боҙолған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге – алға табан ҙур аҙым. Минең еңеүем Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә йәшәгән ҡыҙҙарҙы да дәртләндерер, тигән ышаныс белдерҙе Алһыу.